2023 йылдың 6 мартынан 19-ына тиклем республикала «Урман» оператив-иҫкәртеү операцияһы уҙа. Ул Башҡортостанда ағасты законһыҙ ҡырҡыуға юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Был турала Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Иҫкәртеү сараларында Урман хужалығы министрлығы, полиция, дәүләт техник күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт инспекторҙары, казак ойошмалары (Ғафури, Нуриман, Иглин һәм Яңауыл урман хужалыҡтары биләмәләрендә) һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары ҡатнаша. Ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн енәйәт һәм административ яуаплылыҡ янай. Граждандарға — өс-дүрт мең, ойошмаларға 200 – 500 мең һум штраф һалына. Хоҡуҡ боҙоуға шаһит булғандарҙың 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайҙар, фото һәм видеотеркәү материалдары ла кәрәк. Рәшит КӘЛИМУЛЛИН