Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Барыһын да саҡырам..."

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы: “Өфөләге Светлана Хоркина исемендәге Гимнастика үҙәгендә беренсе ҙур ярыштар бара. Рәсәйҙең 12-13 йәшлек малайҙары һәм 11-12 йәшлек ҡыҙҙары араһында спорт гимнастикаһы буйынса беренселек бара. Ҡатнашыусылар – Рәсәйҙең 42 ҡалаһынан 100-гә яҡын кеше. Ярыштар шәхси күпбәйге һәм айырым дисциплиналар буйынса үткәрелә. Барлығы 12 награда уйнатыла. Улар 2 апрелгә тиклем дауам итә. Барыһын да саҡырам. Башҡортостанда йәлеп итеү үҙәктәренең барлыҡҡа килеүенә шатмын. Уларҙа ошондай ҙур сараларҙы үткәрергә мөмкин. Тиҙҙән улар күбәйәсәк”. Сығанаҡ, видео: vk.com/radiyhabirov. Фото: БР Спорт министрлығы.