Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте отчетын тыңлағандан һуң Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты. – Бик төплө, ҙур доклад булды, ул һандар, мәғлүмәт менән байытылған ине. Дөйөм алғанда, бөтә тармаҡтар буйынса ла ыңғай динамика күрәбеҙ. Докладта ҙур иғтибар иҡтисадты үҫтереүгә, өҫтәмә инвестициялар йәлеп итеүгә арналды. Беҙ бының өсөн ҙур көс һалабыҙ, махсус иҡтисади зоналар булдырыла, сәнәғәтте үҫтереү фонды, йәш эшҡыуарҙарға ярҙам программалары эшләй. Федераль бюджет аҡсалары артты, шуның менән бергә үҙебеҙҙең килем дә ҡыуанырлыҡ булып күбәйә, – тине ул. Тамара Михайловна тирә-яҡты төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәргә ҡарата ла фекерен әйтте. – Матур ихата, подъезд, йорт янындағы паркттар кешенең кәйефенә ыңғай тәьҫир итә. Быны беҙҙең етәкселек аңлай һәм тирә-яҡты төҙөкләндереүгә күп көс һала. “Башҡорт ихаталары” проекты әүҙем эшләй, кешеләр уны үҙ итте һәм йорттарын сиратҡа ҡуйып көтә. Комплекслы рәүештә подъездар ремонтлана, парктар, скверҙар төҙөкләндерелә. Шул уҡ ваҡытта республикала ҙур инфраструктура объекттары ла тормошҡа ашырыла. Бында, аңлашыла, күпкә күберәк аҡса кәрәк. Быйыл беҙҙең алда Көнсығыш сығыу юлын тамамлау бурысы тора. Тағы бер нисә ҙур проект тормошҡа ашырыла, был әлбиттә, халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн бик кәрәк һәм мөһим. Ҙур бурыстарҙ тормошҡа ашырыу өсөн ҡыйыулыҡ талап ителә. Проектты башлар алдынан федераль аҡса йәлеп итеү кәрәк. Унан һуң инде башҡарыласаҡ этаптарҙы дөрөҫ итеп планлаштырыу мөһим. Тормошҡа ашырыу өсөн ышаныслы, сифатлы эшләүсе партнерҙар булыуы ла кәрәк. Был йәһәттән беҙҙең Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров - бик көслө етәкселәр. Улар үҙҙәре янында көслө идара итеү командаһы туплаған һәм был эште лайыҡлы башҡара, – тигән фекерҙә ул. Фото: bashkortostan.er.ru