Ошо көндәрҙә Благовещенда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөрө, Благовар, Благовещен, Дүртөйлө, Кушнаренко һәм Мишкә райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән зона кәңәшмәһе үткәрҙе. Фекер алышыуҙа министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, район һәм ҡала хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты. Улар биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләрен тикшерҙе. Кәңәшмә алдынан республика Башлығы Благовещен районындағы иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарындағы предприятиеларҙың продукцияһы һәм ҡаҙаныштары күргәҙмәһен ҡарап сыҡты. Экспозицияла шулай уҡ урындағы сувенирҙар, тормошҡа ашырылған проекттар, туризм мөмкинлектәре һәм йәмәғәт башланғыстары тураһындағы мәғлүмәт менән стендтар урын алғайны. Семинарҙағы сығышында төбәк етәксеһе төп бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн халыҡ менән бәйләнештең ҙур әһәмиәтен билдәләне. Иң мөһим бурыстарҙың береһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү. – Апрелдә мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ тыуған яғына ҡы