Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа 2022 йыл өсөн отчет бирҙе. Уның һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республика власының әүҙем булышлығы менән һуңғы бер нисә йылда төбәктең уҡыу учреждениелары үҙҙәрен илдә иң яҡшыларҙың береһе итеп ышаныслы таныуын билдәләне. “Республика бюджетының күбеһенсә мәғариф өлкәһенә йүнәлешле булыуы бик мөһим. 320 миллиард һумдан ашыу аҡсаның 91 миллиарды нәҡ беҙҙең тармаҡҡа бүленгән. Был Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм Хөкүмәттең барыһына ла – мәктәпкәсәнән башлап һәм һөнәри юғары белемгә тиклем – ҙур иғтибар биреүе хаҡында һөйләй. Беҙҙең учреждениелар йыл һайын юғары кимәлде раҫлай, мәктәптәребеҙ Рәсәй буйынса тәүге 100 һәм хатта тәүге 30 исемлегенә инә. Беҙ беренсе тапҡыр уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында уңышлы сығыш яһаған балалар һаны буйынса илдең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә индек. Республика колледждары тәүге урындарҙы биләй, ә Өфө радиоэлектроника колледжы етәксеһе Рәсәй Федер