Найти тему
Башҡортостан гәзите

Конкурста ҡатнашырға саҡыралар

Андрей Первозванный фонды Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында, “Әсәлек бәхете” халыҡ-ара мәғариф проектына ярашлы, халыҡ-ара “Әсәлек изгелеге” конкурсын үткәрә. Конкурс һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә һәм әсәлекте, балалыҡты һаҡлауға, ғаиләләргә ярҙам итеүгә, тыуымды күтәреүгә, аборттарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Ул шулай уҡ бала табыу йорттарында ҡатындарға медицина-социаль ярҙам сифатын күтәреү өсөн дә ойошторола. Сарала социаль хеҙмәтләндереүҙең дәүләт һәм муниципаль, медицина, ижтимағи ойошмалары вәкилдәре, хеҙмәткәрҙәр саҡырыла. Ғаризалар 30 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Был конкурс тағы Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) бурыстарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә. Ә был милли проектҡа “Спорт-тормош нормаһы”, “Башҡортостан Республикаһында насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу, сәләмәт туҡланыу, граждандарҙы сәләмәт тормош рәүешенә мотивациялау системаһын булдырыу”, “Өлкән быуын граждандарының тормош сифатын яҡшыртыу һәм системалы ярҙам күрһәтеү буйынса “Өлкән быуын” программаһын бойомға ашырыу”, “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү - өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу”, “Башҡортостан Республикаһында балалары тыуған ғаиләләләргә финанс ярҙам” төбәк проекттары ҡарай. Фото: https://mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/529141/