“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Салауат дауаханаһына операция бүлмәһен яҡтыртыу өсөн күләгәһеҙ медицина яҡтыртыу системаһы алынды. Бындай хирургия яҡтыртҡысы – операция ваҡытында ҡулланылған иң популяр яҡтыртыу ҡорамалы. Ҡеүәтле лампалар иҫәбенә эшләүсе прибор тигеҙ яҡтырта, күләгә бирмәй. Бындай типтағы яҡтыртыу ҡорамалы файҙаланыу срогы оҙайлы булған диодтар менән йыһазландырылған. Махсус яҡтылыҡ эш зонаһын йылытмай. Күп рычаглы системаны кәрәкле йүнәлештә операция өҫтәленә ҡарата урынлаштырып була. "Яңы ҡорамал медицина ярҙамын юғары кимәлдә күрһәтеүҙе тәьмин итә, сөнки ул яҡшы оптик һәм яҡтыртыу үҙенсәлектәренә эйә", – ти дауахананың баш табибы Илшат Яппаров. Онкология сирҙәре менән көрәш – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе. Милли проект онкология диспансерҙарын киң күләмдә йыһазландырыуҙы һәм амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәрен асыуҙы күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары