28 мартта Благовещенда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Комаров урамындағы 140 фатирлыҡ яңы туғыҙ ҡатлы йортто ҡараны. Ул 2022 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырылған. Объектты 2008 йылда төҙөй башлайҙар, әммә донъяуи финанс көрсөгөнән һуң йорт төҙөлөшө туҡтап ҡала. 2020 йылда төҙөүсе – Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө фонды – төҙөлөп бөтмәгән бинаны тикшерә һәм техник экспертиза үткәрә, шунан һуң эштәрен тергеҙә. - Яҡынса өс йыл элек Башҡортостан төҙөлөп бөтмәгән объекттар һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләне. Бындай хәл төрлө сәбәптәр арҡаһында, шул иҫәптән ҡайһы бер төҙөүселәрҙең оятһыҙлығы арҡаһында килеп сыға. Алданған өлөшсөләр Благовещенда ла була. Муниципалитет башлығы ярҙамы менән уларҙың мәсьәләләрен хәл иттек, хәҙер бында бер генә алданған өлөшсө лә юҡ, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса Башҡортостан - илдең иң яҡшы ун төбәге иҫәбендә. 2023 йыл башына йорт фатирҙарының бер өлөшөнә йәшәргә урынлашҡанд