Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Йөрәгемдә йыһан минең..."

Сибай концерт-театр берекмәһенең Ҙур залында филармониябыҙҙың музыканты, автор-башҡарыусы Азат Исҡужиндың соло-концерты ҙур аншлаг менән бара. Кисәлә Азаттың ижадына битараф булмаған хеҙмәттәштәре, дуҫтары, рухташтары йыйылған. Тыуған яғы - Хәйбулла районынан да вәкилдәр, ауылдаштары килгән. Шулай уҡ йырсының иң яҡын дуҫы, махсус хәрби операция биләмәһенән ялға ҡайтҡан Илһам да концертта ҡатнашты. Уның менән бергә йыр башҡарыуы кисәнең иң тулҡынландырғыс мәле булғандыр. Тамашаның сценарий авторы - билдәле шағирә Миләүшә Ҡаһарманова, режиссеры - танылған йырсы, музыкант Рәмил Туйсин. Яҡты донъяны күреүҙән тыумыштан мәхрүм булған Азат Исҡужин - Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы егете. Өфөнөң 28-се махсус мәктәбендә белем ала, артабан Сибай сәнғәт колледжында уҡый, әле Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләй. Азатҡа йырға булған һәләт бала саҡтан һалынған, тап ошо сифаты уны ауыр тормош юлында юғалып ҡалмаҫҡа, һынмаҫҡа, барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға булышлыҡ итәлер ҙә, күрәһең. Тормошондағы бер ваҡиғаны ул һәр юғарынан бирелгән оло бүләк булараҡ ҡабул итә һәм юҡҡа түгел тип иҫәпләй. Егеткә күренекле композитор һәм йырсы Салауат Низаметдиновтан дәрестәр алырға насип була. Яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылһа ла, Хоҙай тарафынан иҫ киткес рух ныҡлығы һәм музыкаль һәләт бирелгән Азат Исҡужиндың тәүге соло-концерты бер тында, юғары кимәлдә үтте. Автор фотолары һәм видеоһы.