Башҡортостан дәүләт аграр университеты базаһында уҡыған “Фермер мәктәбе” мәғариф проектының алтынсы курсын тамамлаусы иң яҡшы уҡыусылар “Россельхозбанк”тың “Үҙемдеке” агросәнәғәт фондының “Фермер гранты” конкурсы еңеүселәре сертификаттарын алды. – “Фермер мәктәбе” белем биреү проекты беҙҙең фермерҙар араһында бик популяр, теоретик һәм практик курстарҙы республиканан 175 тыңлаусы үтте. Тәү сиратта, әлбиттә, проектта белем һәм һөнәр оҫталығын арттырыу өсөн ҡатнашалар. Иң яҡшыларҙың ойоштороусыларҙан гранттар алыуы ла ҡыуаныслы, был яҡшы ҡеүәт бирә. Бынан тыш, яңы эш башлаған агроэшҡыуарҙарҙың, айырыуса яҡшы өйрәтелгәндәрҙең, Ауыл хужалығы министрлығының грант программаларында ла уңышлы ҡатнашыу мөмкинлеге бар, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Конкурс комиссияһы тыңлаусылары әҙерләгән сығарылыш эштәрен яҡлау йомғаҡтары буйынса еңеүселәрҙе билдәләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, инде алтынсы тапҡыр республиканың 40 фермеры ике йүнәле