Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында республика Премьер-министры Андрей Назаров иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә булышлыҡ итеүгә бәйле федераль яңылыҡтар тураһында һөйләне һәм төбәк башҡарма власть органдарына күрһәтмәләр бирҙе. Мәғлүм булыуынса, уҙған аҙнала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Владимирович Мишустин Дәүләт Думаһы ултырышында Хөкүмәттең 2022 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһағайны. Иң мөһиме – санкциялар баҫымына ҡарамаҫтан, илебеҙ иҡтисады тотороҡлолоғон юғалтманы. 2024 йылда яраҡлашыу осоро тамамлана һәм беҙ оҙайлы планға ярашлы үҫеш юлына сығасаҡбыҙ. Бизнесҡа ярҙам саралары дауам итәсәк. Төбәктәргә булышлыҡ күрһәтеләсәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләренә айырым иғтибар бүленә. – Был аҙнала беҙ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлеге тураһында отчет тәҡдим итәбеҙ. Рәсәй Хөкүмәте тарафынан иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә булышлыҡ итеү менән бәйле бер нисә яңылыҡ ғәмәлгә индерелде. Быйыл педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаны