Апрелдә баҡсала ниндәй эштәр көтә, нисек итеп бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырмай, ваҡытында башҡарырға? Ярҙам йөҙөнән ошо айҙағы мөһим эштәр исемлеген тәҡдим итәбеҙ. Һеҙгә һауа торошон алдан күҙаллап, баҡса эшен планлаштырырға ғына ҡала. Тәртипкә килтереүҙән башлағыҙ Баҡсаны былтырҙан ҡалған сүп-сарҙан, ҡоро япраҡтан, мульча ҡалдыҡтарынан, ғөмүмән, яңы миҙгелде асырға ҡамасаулаған бөтә нәмәнән таҙартығыҙ. Ышыҡҡа ултыртылған үҫентеләрҙең япмаһын асып елләтегеҙ. Яҙғы һауаға улар әкренләп эҙмә-эҙлекле өйрәнергә тейеш. Үҫенте өҫтөндәге япманы ер тулыһынса йылынғас ҡына алырға мөмкин. Ағастарҙы иғтибар менән ҡарап сығығыҙ. Олондары кимереүселәрҙән, тамырҙары яҙғы мул һыуҙан зыян күрмәйме? Тәүгеһендә ағастарҙы, айырыуса йәш үҫентеләрҙе, тергеҙеү сараһын күрергә, икенсеһендә һыуҙы ситкә йырып ебәрергә кәрәк. Санитария маҡсатында киҫегеҙ. Урта һыҙатҡа ингән төбәктәрҙә был эште бөрөләр асылғанға тиклем башҡаралар. Санитария йәһәтенән эшкәрткәндә, ағастың сирле, кипкән ботаҡтарын, үренделәрен, ҡороған ҡабығын, мүкте киҫеп ташлайҙар. “Ҡалҡан” кейҙерегеҙ. Уның кимереүселәр зыян килтергән урындарын бәшмәктәргә ҡаршы препараттар, шыйыҡ балсыҡ, йүкә ҡайыры ҡайнатылған һыу йәки бордо шыйыҡсаһы менән эшкәртергә мөмкин. Шулай уҡ баҡса һыҙлығы (садовый вар) киң ҡулланыла. Ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн ағас олондарына тоҙаҡ-билбау тағалар. Баҡсаны ашларға онотманығыҙмы? Вегетация осороноң башында үҫентеләр азотҡа мохтажлыҡ кисерә. Ул мочевинала, аммиак селитраһында (1 квадрат метрға – 30-50 грамм) йәки ҡош тиҙәгендә (1 квадрат метрға – 150-200 грамм) бар. Ашламаны индергәнгә тиклем үҫентенең төбөн йомшартығыҙ, эш тамамланғас дым оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн, торф йәки тиреҫ һалығыҙ. Йәш үҫентеләрҙе ултыртырға ваҡыт етте. Тупраҡ йылыныу менән, йәғни апрелдең икенсе яртыһында ағас үҫентеләрен ултыртырға мөмкин. Улар өсөн соҡорҙо алдан әҙерләйҙәр, дренаж һалалар, ашлайҙар. Йәш ағасты таяуға нығытып бәйләйҙәр, күп итеп һыу һибәләр. Еләклекте хәстәрләгеҙ Ҡарағат, крыжовник, ҡурай еләге кеүек емеш-еләк ҡыуаҡтарын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағыҙ. Улар ҙа ашлауға, эшкәртеүгә, киҫеүгә мохтаж. Баҡса еләген көн йылынғас мульчанан таҙартып, һыуҙа иретелгән нитроаммофоска менән ашлайҙар. Апрелдең икенсе декадаһында шулай уҡ виноград ҡыуаҡтарын ышыҡтан сығаралар, ҡоротҡостарҙан эшкәртәләр һәм бөрөләре бүрткәнгә тиклем юғарыға тарттырып бәйләйҙәр. Үрсетмәне ҡайҙа үҫтерергә? Һалҡын көндәр үтеп, тупраҡ йылынып кибеү менән үрсетмә өсөн ерҙе хәстәрләй башларға мөмкин. Тупраҡты ентекле тикшерегеҙ, әселек дәрәжәһен, башҡа үҙенсәлектәрен иғтибарға алығыҙ. Ашларға онотмағыҙ. Түтәлде дөрөҫ яһағыҙ. Теплицаны яңы урынға күсерһәгеҙ, түтәлдәрҙе ҡабаттан эшләргә тура килә. Бының өсөн тупраҡтың өҫкө ҡатламын алып ташларға һәм ерҙе ҡаҙып, ашлама индерергә, түтәл яһап, өҫтөнә тағы тупраҡ һалырға, һыу һибергә, мульча йәйергә кәрәк. Тупраҡты эшкәртеү мөһим. Үрсетмәне теплицаға сығарыр алдынан тупраҡты ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртегеҙ. Был йәһәттән “Фитоспорин” кеүек препараттар ярҙамға килер. Ҡул аҫтығыҙҙа бындай матдәләр булмаһа, калий перманганаты иретмәһен ҡулланырға мөмкин. Ниндәй ашлама яҡшы? Йәшелсәне ултыртҡанға тиклем өс-дүрт аҙна алдан ергә (1 квадрат метрға 10 литр иҫәбенән) тиреҫ йәки серетмә, үрсетмәне ултыртҡан мәлдә минераль ашлама һалалар. Минераль ашлама сифатында көлдө (1 квадрат метрға – 1 стакан көл) ҡулланалар. Уны һалыр алдынан тупраҡты ныҡлы йомшартырға кәңәш ителә. Сәсеүҙе дауам итегеҙ Мартта үрсетмәгә сәсергә өлгөрмәгән ҡайһы бер культураларҙы апрелдә лә ултыртырға мөмкин. Ундайҙарға ҡыяр, кәбеҫтә, ҡауын, ҡарбуз, ҡабаҡ һәм башҡалар инә. Әйткәндәй, был үҫемлектәрҙең күбеһен асыҡ тупраҡҡа ултыртырға була. Редисты алдан уҡ сәсһәгеҙ, шытымды күҙәтегеҙ, һирәкләтеп сығырға онотмағыҙ. Теплицаны эшкәртеүҙе алдан уҡ башҡарһағыҙ, ҡабатлап эшкәртеүҙең кәрәге юҡ, әлбиттә. Әгәр онотһағыҙ, әле һуң түгел: тупраҡты ла, ҡоролманың эсен дә дезинфекциялағыҙ. Шулай уҡ теплицаны күҙҙән үткәрегеҙ: төҙәтерлек урындары юҡмы икән? Картуф бүлбеләре яҡшы һаҡланғанмы? Ултыртыу өсөн картуф бүлбеләренең иң яҡшыларын һайлап алып, яҡты йылы бүлмәгә күсерәләр. Орлоҡ картуфы өсөн көндөҙ 12-15, төндә 7-8 градус йылылыҡ – иң ҡулай температура. Һуған орлоғон ултыртыуға әҙерләгеҙ. Бер ай алдан һуған орлоғон йылы урынға ҡуйып торорға кәңәш ителә. Бер аҙ быуланғас, ике-өс көнгә ҡояшҡа һалып торорға йәки 30 градус температуралы бүлмәгә күсерәләр. Артабан киптерелгән орлоҡто ултыртҡанға тиклем плюс 18-20 градус температурала һаҡлайҙар. Баҡсам сәскәгә күмелһен тиһәң... Ерҙе иң элек сүп-сарҙан таҙартып, йомшартып сығалар. Ҡайһы бер сәскәләрҙе өйҙә, шулай уҡ теплицала үрсенте итеп алдан ултырталар. Гладиолус, ләлә кеүек һуғанбашлыларҙы ер йылынһа, апрель аҙағында уҡ асыҡ тупраҡҡа ултырталар. Бындай үҫемлектәрҙе иң элек “Фитоспорин” кеүек препараттар ярҙамында зарарһыҙландырырға кәрәк. Ҡышлаған әҙрәс гөлдө (бегонияны) башта ҡороған тамырҙарынан таҙартып, ярты сәғәткә марганцовка иретмәһенә һалып торорға. Бүлбенең серек ерҙәрен үткер бысаҡ менән киҫеп ташлағыҙ, бер аҙ киптергәс, күмер онтағы һибегеҙ. Күп йыллыҡ сәскәләр хәстәрлеккә мохтаж. Тупраҡты йомшартып сығығыҙ, әкренләп сәскәләрҙең өҫтөндәге япманы асығыҙ. Иртә сәскә атҡан күп йыллыҡ гөлдәрҙе (тюльпан, нәркәс) аммиак селитраһы (1 квадрат метрға – 20 грамм) менән ашлағыҙ һәм биопрепараттар менән эшкәртегеҙ. Болотло һалҡынса көндә астильба, дельфиниум, флокс, хоста кеүек күп йыллыҡ сәскәләрҙе ҡаҙып алығыҙ. Тамырҙарын бер аҙ киптергәс, үҫентеләрҙе бүлергә мөмкин. Ҡайындарҙа алҡалар күренеү менән рауза гөлдәренең япмаһын асырға ваҡыт, ти тәжрибәле баҡсасылар. Тик быны кинәт эшләргә ярамай, сөнки сәскәләр яҙғы һалҡынса һауаға әкренләп күнегергә тейеш. Ышыҡтан сыҡҡан раузаларҙың ботаҡтарын киҫергә, төбөн йомшартырға кәрәк. Бөжәктәрҙән һаҡлау өсөн үҫентегә “Медея” препаратын йәки бордо шыйыҡсаһын һиптерегеҙ. Артабан уларға органика йәки минераль ашлама индерегеҙ. Ылыҫлы үҫемлектәрҙе әкренләп ышыҡтан сығара башлағыҙ. Был эште болотло көндә йәки кис башҡарырға кәңәш ителә. Япманы бер аҙға асып, үҫемлектәрҙе елләтегеҙ ҙә ҡайтанан ябығыҙ. Ылыҫлыларҙы асыҡ һауала тотоу ваҡытын көндән-көн арттырығыҙ. Ер 15 – 20 сантиметр тәрәнлектә йылынғас ҡына япманы тулыһынса асалар. Баҡсағыҙҙы сәскә менән биҙәү тураһында алдан уйлағыҙ. Бер йыллыҡ гөлдәрҙе, күп йыллыҡтарын, шулай уҡ ылыҫлы үҫемлектәрҙе ҡайҙа ултыртырға? Иҫке әйберҙәрҙән биҙәү элементтары, декоратив ҡоролмалар яһарға мөмкин. Рокарийҙар, түмәләстәр өсөн кәрәкле материалдар туплағыҙ. Газондарға иһә бер аҙ ҡом һибергә, киҫергә, комплекслы ашлама индерергә кәрәк. Бүлмә гөлдәрен дә хәстәрләргә онотмағыҙ. Миҙгел башында улар ҙа иғтибарға мохтаж: күсереп ултыртырға, тупрағын алмаштырырға кәрәк. Ҡайһы бер гөлдәр иртә сәскә ата, уларҙы ҙурыраҡ көршәккә тамырына зыян килтермәйенсә, тупрағын тулыһынса алып бөтөрмәйенсә күсерәләр. Яҙ бындай үҫемлектәрҙе махсус шыйыҡ ашламалар менән айына ике тапҡыр ашлайҙар. Һыуҙы ла йышыраҡ һибәләр. Һауа температураһы +10 градустан артһа, фикус кеүектәрҙе балконға сығарырға ла була. Фото: drevstroy.ru