Көн дә кискә табан ҡултыҡлашып ҡына йөрөргә сыҡҡан ир менән ҡатынды күреп, уларҙың шул тиклем дә матур мөнәсәбәттәренә һоҡланып ҡарайым. Икеһенең дә йөҙҙәренән - илаһи һиллек, тормоштарынан ҡәнәғәтлек аңҡып торғандай. Ире ҡатынының ҡултыҡлаған ҡулынан тотоп ҡына бара, ә ҡатыны тап булған кешеләргә ғорурлыҡ менән ҡарай. Ә бит ошо көндө күреү өсөн ҡатынына ниндәй генә ҡаршылыҡтар, кәмһенеүҙәр аша үтергә тура килмәгән. ...Зарифа унды тамамлағас, бер нисә айлыҡ курста уҡый ҙа, эшсе һөнәренә эйә булып, заводҡа килеп урынлаша. Яңғыҙ әсәһен йәлләп, өйҙә береһенән-береһе кескәй туғандарына үҙенән өҙөп булһа ла ярҙамлашырға тырыша ул. Бәләкәйҙән уҡытыусы булыу теләге ҡоро хыял булып ҡына ҡала ҡыҙҙың. Авиация институтын тамамлаған Ришатты ошо заводҡа эшкә тәғәйенләйҙәр. Бер ятаҡҡа тура килгән йәштәр үҙ-ара ҡатнашып, аралашып йәшәй, байрамдарҙы бергә үткәрә. Йәшлек йәшлек инде: Зарифа Ришатҡа башкөллө ғашиҡ була, тик тегенеһенең генә ҡыҙға әллә ни иҫе китмәй. Егеттең иғтибарын яулау өсөн Зарифа а