Ваҡлап һатыу селтәрен яңыртыу һәм киңәйтеү – “Алексеевка” агрокомплексын үҫтереү программаһының төп пункттарының береһе. Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ауыл хужалығы предприятиеһын яңыртыу мәсьәләләре ҡаралды. “Алексеевка” агросәнәғәт комплексының генераль директоры Дмитрий Овчинников үҫеш стратегияһы менән таныштырҙы. Өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә – фирма магазиндары селтәрен киңәйтеү. – 2022 йылда 10 яңы сауҙа нөктәһе астыҡ һәм көндөҙгө уртаса килемде 30 процентҡа тиерлек арттырҙыҡ. Беҙҙең бренд аҫтында бөтәһе 57 нөктә эшләй, уларҙың төп өлөшө – Өфөлә һәм Өфө районында. 2025 йылға уларҙың һанын кәм тигәндә 90 процентҡа тиклем еткерергә һәм республиканың барлыҡ ҙур ҡалаларын солғап алырға планлаштырабыҙ, – тине Дмитрий Овчинников. – Бынан тыш, магазиндарҙың бер өлөшө капиталь ремонтҡа мохтаж. Предприятие Өфө хакимиәте ярҙамында уларҙы яңыртырға әҙер. Стратегияның икенсе йүнәлеше – ғәмәлдәге һөт производствоһын үҫтереү. Һүҙ 1 200 һыйырға заманса һөтсөлөк-тауар фермаһы