Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы кадр тәғәйенләүҙәре тураһында иғлан итте. Улар араһында Азамат Йәнбирҙин дә бар ине. Бынан ары ул Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы булып китте. – Бөтәгеҙ ҙә уны һәйбәт белә. Компетенциялары киң. Минең ярҙамсым буласаҡ, – тине был турала Радий Фәрит улы. Азамат Йәнбирҙин (элек Әлмөхәмәтов) 1971 йылда Ишембайҙа тыуған. Уның ике юғары белеме бар – ул Башҡорт дәүләт университетын тамамлап журналист һөнәрен алған һәм Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы юрисының дипломына эйә. Телевидениела карьераһын 1991 йылда йәштәр программалары мөхәррире вазифаһында башлай. Бер төркөм фекерҙәштәр менән “Вся Уфа” муниципаль телеканалын булдыра, унда директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2010 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы директоры итеп тәғәйенләнә. 2018 йылдың декабрендә “Вся Уфа”ға ҡайтып, 2023 йылдың 10 ғинуарына тиклем етәксе булып эшләй. 2021 йылдың ноябрендә Башҡортостан Башлығы Указы менән Йәмәғәт пала