Биҙәүестәр ҡараймаһын өсөн ювелир әйберҙәрҙе таҡмаған саҡта ҡоро урында һаҡларға кәрәк, сөнки улар дымды яратмай. Алтын сылбыр ҙа тән тирләүенән тоноҡлана. Ә ынйы, гәрәбә, фирүзә ташынан эшләнгән муйынсаҡты сөйгә элеп түгел, һуҙып һалып “ял иттерергә” кәрәк. Тәбиғи таштарҙан эшләнгәндәре “тере” була һәм “арый”. Алтын биҙәүесте һабынлы һыуға һалығыҙ һәм ипләп кенә йомшаҡ теш щеткаһы менән ышҡығыҙ. Эләктерә торған урындарына айырыуса ҙур иғтибар бүлегеҙ. Сылбырҙы шешәлә йыуыу уңайлы, бысрағы бөткәнсе ипләп кенә болғатығыҙ ҙа таҫтамал менән ҡоротоғоҙ. Йөҙөктәрҙә, ғәҙәттә, таш аҫтына саң йыйыла. Шырпыға мамыҡ урағыҙ ҙа, уны одеколон йәки глицерин менән еүешләп, ипләп кенә ташын һәм тирәсен һөртөгөҙ. Аҙаҡ фланель йәки замша менән балдаҡты ышҡығыҙ. Таштың тирәсен осло әйберҙәр менән таҙарта күрмәгеҙ — ул зыян күрәсәк. Таштар бысранмаһын һәм сағыулығын юғалтмаһын өсөн ҡул йыуыр алдынан һәр ваҡыт сисегеҙ. Күптәр алтын биҙәүестәрен аш содаһы һәм ҡурғаш һалып бер аҙ ҡайнатып ала һәм тиҙ генә т