Өфөләге 17-се балалар дауаханаһының 3-сө поликлиника бүлексәһенә йөрөү күнекмәләрен һәм хәрәкәт әүҙемлеген тергеҙеү өсөн яңы реабилитация тренажеры алынды. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Сәләмәтлекте тергеҙеү өсөн медицина реабилитацияһы” төбәк программаһына ярашлы алынды. Яңы тренажер баҫҡыс, йөрөү өсөн төрлө ауышлыҡтағы мөйөштәре булған пандус һәм горизонталь бурсаларҙы үҙ эсенә ала. Балалар тормошта көн дә осраған бурыстарҙы үтәү өсөн реабилитация ҡорамалында шөғөлләнәсәк. “Тренажер махсус сенсорҙар һәм программа менән тәьмин ителгән. Пациенттың һауығыу күрһәткестәре күнекмә барышында яҙылып бара. Мәғлүмәттәрҙе электрон почтаһына ебәрергә мөмкин”, – ти дауахананың баш табибы Нурсилә Әбсәләмова. Тренажер реабилитация маҡсатында файҙаланыласаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.