Бөгөн Ишембай ҡалаһының Спорт һарайында “Юрматы батыры” тип исемләнгән, хәҙер инде йолаға әүерелгән көрәш буйынса төбәк турниры үтте. Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ойошторолған сарала күрше тирә-яҡ райондарҙан 80-дән ашыу йәш көрәшсе ҡатнашты. Сәмле ярыш 13-15, 16-18 йәшлек үҫмерҙәр араһында ойошторолдо. Үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә тәүге урындар яулаусыларға тос бүләктәр тапшырылды. Ә инде абсолют еңеүсе исеменә Ишембай нефть колледжының 4-се курс студенты, Ғафури районында тыуып үҫкән Тимур Ҡолмәнов лайыҡ булды. Уға һарыҡ һәм елән менән ҡамсат бүрек тапшырылды. - Әлбиттә, еңеүсе булыр өсөн тырышып әҙерләндем. Тренерым, яҡындарым өсөн дә был ҡыуаныслы яңылыҡ. Көрәш менән үҙебеҙҙең ауылда мәктәп йылдарынан ҡыҙыҡһынам, нефть колледжына уҡырға килгәс, бында ныҡлабыраҡ был спорт төрөн үҙ иттем. Атайым да элек көрәшсе булды. Уның һабантуйҙарҙа еңеп һарыҡ алғанын күрә торғайным. Бала саҡта атайыма, “Мин дә шулай ярышта һарыҡ аласаҡмын” тип һүҙ бирҙем һәм ул хыялым тормошҡа ашты, - тип һөйләне көрәш буйынса донъя чемпионаты призеры. Көрәш кешене тәртипкә өйрәтә, маҡсат ҡуйыу һәм уға өлгәшеү сәмен тәрбиәләй, тигән фекерен дә белдерҙе 18 йәшлек көрәшсе. Ярыш тураһында тулы репортажды гәзиттә уҡырһығыҙ. Автор фотолары.