Башҡортостан хәрби комиссариатының контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алыу пункты инструкторы Артур Хисмәтуллин әйтеүенсә, контракт хеҙмәтенә 18 йәштән 60 йәшкә тиклемгеләр, һаулыҡтары яҡшы булғандар алына. Килешеү буйынса хеҙмәткә атлығып тороусылар бихисап, шуныһы, һәр береһенең теләге бар. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа контракт килешеүе нигеҙендә хеҙмәт итеүселәр бермә-бер артҡан. - Йәшерен-батырын түгел, кемдер аҡса эшләү маҡсатында контракт төҙөй, – тип һөйләй Артур Хисмәтуллин. – Эше булмағандар контракт нигеҙендә хеҙмәт итергә юллана. Иң мөһиме, тыуған илен һаҡлаусыларҙың һәм идея өсөн яныусыларҙың күплеге һоҡландыра. Әйтәйек, водитель булып эшләп йөрөгән кемдер контракт төҙөй икән, ул кешенең эш урыны мотлаҡ һаҡлана. Хеҙмәт итеп тыуған яҡтарына ҡайтҡас, ул ҡайтанан шул эшенә урынлаша ала. Ир-аттан айырмалы, гүзәл заттар ҙа контракт төҙөргә ашҡынып тора. Әлбиттә, һәр береһен алмайҙар, уларҙың барыһы ла һайлау этабын үтә. Медицина хеҙмәткәре, элемтә тармағында эшләгәндәр контрактник б