Башҡортостанда 14 апрелдә хеҙмәткә урынлашыу буйынса “Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты” тип аталған Бөтә Рәсәй йәрминкәһе уҙасағы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Сараның төп маҡсаты башҡа йәрминкәләрҙән айырмалы – карьера баҫҡысын төҙөү мөмкинлеге. Тимәк, сараға эш эҙләгәндәр генә түгел, ә һөнәр һайлаған өлкән класс уҡыусылары ла, студенттар ҙа килә ала. – Был сараны беҙ республикала йыл һайын үткәрелеүсе “PROFФЕСТ” фестивале менән яраштырырға булдыҡ, – тине “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Сарала белем биреү ойошмалары һәм эш биреүселәр өсөн айырым зона булдырыласаҡ. Был үҫмерҙәр өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә үҙенсәлекле мөмкинлек: махсус техника менән танышырға, эш тренажерҙарын үҙләштерергә, һөнәр эйәләренә һорауҙар бирергә, предприятиеларҙың ниндәй белгестәргә мохтажлыҡ кисереүе, хеҙмәт хаҡы тураһында белешергә була. Беҙ киләсәк профессияһын һайлау алдында торған һәм карьера үҫеше тураһында