Балтас районының Һәйтәк ауылында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итеүҙәрен дауам итә. Ошо көндәрҙә ауылдың әүҙем һәм уңған уҡытыусылары бергәләшеп, иң яҡшы теләктәрен, күңел йылыһын ҡушып, хәрбиҙәргә бауырһаҡ бешерҙе. “Иң мөһиме, күктәребеҙ аяҙ булһын, ир-егеттәребеҙ тыуған яҡтарына иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын!”–ти ҡатын-ҡыҙҙар. “Республикала иғлан ителгән Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылында бындай ихлас күңелдән башҡарылған ғәмәлдәрҙең дауамлы булырына ышанабыҙ, – ти ауыл биләмәһе башлығы Эльза Фәйрүшина.– Һәйтәктәр элек-электән ярҙамсыл да, егәрле лә халыҡ”. Фото: “Балтас таңдары”.