Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡыҙы уҡыған мәктәптә дәрес үткәргән

Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль сәхәифәһендә бик матур яңылыҡ менән уртаҡлашҡан. "Киров районының 126-сы мәктәбендә осрашыу үткәрелде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, әле ялда булған яугир ҡыҙы уҡыған класта Батырлыҡ дәресе үткәрергә килгән.Ҡыҙ атаһының ҡайтырын белмәй, шуға күрә уның килеүе ҙур сюрприз була. Уҡыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән йәнле әңгәмәләшеүҙән илһамланып, бик күп һорауҙар бирҙе. Осрашыу Ватанды һаҡлаусы менән ныҡлы ҡул ҡыҫышыу менән тамамланды", -тип яҙған. Фото: Илвир Нурдәүләтовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.