Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бында яугирҙәр менән осрашыу үткәрелде

Ниндәй генә заман булмаһын, һәр ир-егет өсөн Тыуған илде һаҡлау элек-электән изге, мөҡәддәс бурыс һаналған. Ул ун һигеҙ йәше тулыу менән мотлаҡ Ватаныбыҙ һағына баҫырға тейеш. Хеҙмәт итеү ваҡытында егеттәр етди һынау үтеп, тормош тәжрибәһе туплап, физик яҡтан да, рухи йәһәттән дә нығынып ҡайта. Ғафури районының Аҡкүл һәм Антоновка ауылдарында ла әрме бурысын үтәүселәр байтаҡ. Улар йәш быуын вәкилдәренә үрнәк булып тора. Бынан тыш, бында балаларға ҡаһарманлыҡ дәрестәре лә ойошторола. Һуңғыһында махсус хәрби операциянан ҡайтыусылар менән осрашыу үткәрелде. Ауылда сынығып үҫкән, тормоштоң төрлө ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәрә белгән, Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған ағайҙарына һорауҙары күп ине балаларҙың. Ғафури районында киләсәк быуын вәкилдәрендә илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса әүҙем эш алып бара. Ғөмүмән, район халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә әүҙем һәм даими ярҙам итә. Ошо һәм Ғафури районы тормошонан башҡа яңылыҡтар менән “Башҡортостан” гәзитенең киләһе һандарының береһендә танышырһығыҙ. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.