Иң тәмле бутҡа – Башҡортостан Республикаһының Милли музейында! Ә ни өсөн тип һорарһығыҙ? Сөнки “Ҡарға бутҡаһы” байрамына килгән балалар тап шулай тине. Ә балалар дөрөҫөн һөйләй! Күп халыҡтар ҡыштың китеүен һәм яҙҙың үҙ хоҡуҡтарына инеүен байрам итә. Һәм был ғәжәп түгел, сөнки ҡышҡы осор – иң ҡаты осор. Был байрамдарҙың һәр береһенең үҙенсәлектәре бар, әммә уларҙың маҡсаты бер – яҙҙың килеүен байрам итеү һәм һалҡын ҡышты оҙатыу. Башҡорт халҡының да ошондай байрамы бар, ул “Ҡарға бутҡаһы” тип атала. Башҡорттарҙа ҡош культы киң таралған ваҡыттарҙан ҡалған. Һуңынан байрамды яҙ килеүе менән бәйләй башлайҙар, сөнки ҡарға – күсмә ҡош. Байрам йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтҡас үткәрелә. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы «Ҡарға бутҡаһы» яҙ килеүен байрам итеү буйынса мәҙәни-мәғрифәти сара үткәрҙе. Видео: vk.com/museumrb Фотолар: vk.com/club45440006