Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. 2023 йылда был программа сиктәрендә 30 муниципалитетта 206 ихата биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Ағымдағы йыл программаһының бюджеты 200 миллион һумға арттырылған һәм 1 миллиард 200 миллион һум тәшкил иткән. Быйыл яңыртылған ихаталарҙа заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған балалар һәм спорт уйындары өсөн майҙансыҡтар, өҫтәмә яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары, иркен туҡталҡалар һәм юлдар барлыҡҡа киләсәк. – Республика Башлығы тәҡдим иткән “Башҡорт ихаталары” программаһын ғәмәлгә ашырыуҙы дауам иттек. Ул, һис арттырыуһыҙ, уникаль. Һуңғы дүрт йылда ике меңгә яҡын күп фатирлы йортто берләштергән бер меңдән ашыу ихата төҙөкләндерелгән. 843 балалар һәм спорт майҙансығы булдырылған. 35 мең туҡталҡа урыны төҙөлгән һәм йүнәтелгән. Республика бюджетынан биш миллиард һумдан ашыу аҡса һалынды, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. 2023 йылда айырыуса иғтибар бүленәсәк тағы бер йүнәлеш – тышҡы яҡтыртыу системаларын яҡшыртыу. Тәү сиратта һүҙ социаль инфраструктура объекттары хаҡында бара – Быйыл торлаҡ-коммуналь комплекс өлөшөндә беҙҙең алда байтаҡ бурыстар тора. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса тораҡ пункттарҙың тышҡы яҡтыртыу системаларын яҡшыртыу программаһын тергеҙәбеҙ. Бюджетта 200 миллион һум ҡаралған да инде. 2,7 меңдән ашыу таяу һәм яҡтыртҡыс ҡуясаҡбыҙ. Тәү сиратта төп социаль объекттарға килеү юлдарына иғтибар буласаҡ. Ике йылда 435 километр селтәр алмаштырырбыҙ. Был маҡсатҡа алты миллиард һум самаһы бүлеү ҡаралған, – тине Андрей Назаров. Әйтергә кәрәк, республиканың 2023-2027 йылдарға коммуналь инфраструктураны яңыртыу буйынса төбәк программаһы Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы буйынса әҙерләнгән. – Уның маҡсаты – селтәр инфраструктураһын алмаштырыу темптарын арттырыу, йылылыҡ һәм һыу үткәргес селтәрҙәрендә авариялар һәм юғалтыуҙар кимәлен кәметеү, был үҙ сиратында граждандарға күрһәтелгән коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү, – тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы саралар исемлеген төҙөгән, уға ярашлы 2023-2024 йылдарҙа төбәк программаһын тормошҡа ашырған ике йылда 435 километр селтәрҙе капиталь ремонт башҡарыу күҙаллана. Планға 91 сара индерелгән. Дөйөм алғанда иһә киләһе йылдарҙа программаны тормошҡа ашырыу кәм тигәндә йылына 280 километр коммуналь инфраструктура селтәрҙәрен алмаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20589/