Ҡыҙырбаҡтың һуңғы кешеһе ул Энгельс Вәли улы Солтанов. Салауат районының Малаяҙ ауылына яҡын матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауыл заманында гөрләп торған. Йорттар ҙа күп, ғаиләләрҙә бала-саға ла ишле булған. Хатта кирбес заводы эшләгән. Был ауылға 1770 йылдың 26 майында П.С. Палластың килеүе билдәле. Хәҙер бында емерек өйҙәр һәм яманһыу бушлыҡ ҡына, тип яҙа “Салауат ерендә” гәзите. Энгельс Вәли улына быйыл февралдә 88 йәш тулған. Әммә ул, Ҡыҙырбаҡта бер йән эйәһе булмауына ҡарамаҫтан, хужалығын ташламай. Ҡышын саңғыла, йәйен велосипедта йөрөй. Умарта ҡарай. Ул ҡатыны Лира менән ауылда аҙаҡҡа ҡалғансы йәшәй. Тик бер нисә йыл элек хәләл ефете вафат була. Хәҙер ветеран бында яңғыҙы донъя көтә. Ҡышты район үҙәгендә үткәргәс, ҡара тупраҡҡа баҫыу менән йәнә Ҡыҙырбаҡҡа йүнәлә. “Ауылда бер үҙем генә ҡалдым, миңә ҡунаҡҡа бары бүреләр генә килә,– тип моңһоу ғына шаярта ветеран, – Тик мин уларҙан ҡурҡмайым, үҙем дә хәҙер яңғыҙ бүре!” Фото:”Салауат ерендә” сайты.