Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылда республикабыҙ Хөкүмәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше – ҡала һәм ауыл мөхитендә йәшәү сифатын яҡшыртыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә ышанысты арттырыу. – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа 28 миллиард бюджет аҡсаһы һалынды, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – Был – һуңғы ун йылдағы иң күп аҡса. Дүрт йыл эсендә 560 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән, былтыр иһә 45 парк һәм сквер, 17 яр буйы, ете майҙан, 12 йәйәүлеләр юлы һәм аллеялар тәртипкә килтерелгән. Уларға ике миллиард һум аҡса йәлеп ителгән. Аҡса йәлеп итеү күләме йәһәтенән, "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты сиктәрендә, Башҡортостан 2022 йыл йомғаҡтары буйынса, Мәскәү һәм Свердловск өлкәһенән генә ҡалышып, өсөнсө урынға күтәрелгән. Ысынлап та, һуңғы бер нисә йыл һуҙымында, төҙөкләндереү тәңгәлендә, республикабыҙҙа ғәйәт ҙур эштәр башҡарылған. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.