Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостан Республикаһында пилотһыҙ авиация системаларын (БАС) файҙаланыу буйынса эксперименталь хоҡуҡи режим (ЭПР) программаһын раҫланы. Пилотһыҙ аппараттар йөк ташыуҙа, аэрофото төшөрөүҙә ҡатнаша, шулай уҡ ауыл хужалығында ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү һәм урман янғындарын һүндереү буйынса авиахимик эштәр башҡара ала. Эксперименталь хоҡуҡи режим Хөкүмәт Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов етәкселегендәге юғары технологиялы “маяҡ-проекттарҙың” береһен тормошҡа ашырыу механизмы буласаҡ. Тейешле ҡарарҙы Хөкүмәт раҫлай. “Быйыл Башҡортостанда баҫыуҙарҙы эшкәртеү буйынса авиация-химия эштәре өсөн пилотһыҙ аппараттарҙы һынау башлана. Бер нисә йыл инде уңышты арттырыу өсөн яңы технологиялар индереү буйынса тотороҡло тренд формалаша. Бында яһалма интеллект менән ҡарарҙарҙы ҡулланыу – ниндәй ҡарарҙарҙы ҡулланырға кәрәклеген, үҫемлектәрҙе нисек һаҡларға кәрәклеген мөмкин тиклем оператив билдәләргә мөмкинлек бирә. Был эксперименталь хоҡуҡи режим ауыл хужалығында дрондарҙы ҡулланыуға системалы ҡараш ҡулланыласаҡ беренсе режим булып тора. Беҙ башҡа төбәктәргә лә был башланғысты хупларға тәҡдим итәбеҙ. Эксперименталь хоҡуҡи режим программаһында пилотһыҙ аппараттарҙы ҡулланыуҙың тағы ике йүнәлеше ҡаралған: традицион – логистик мәсьәләләрҙе хәл итеү, был йәһәттән Башҡортостан Рәсәйҙең биш субъектына ҡушыласаҡ, унда эксперименталь хоҡуҡи режим сиктәрендә 2022 йылдан башлап осоштарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ тағы ла бер яңы йүнәлеш – урмандарҙы янғындан һаҡлау, – тип билдәләне Иҡтисади үҫеш министрлығының Һанлы үҫеш департаменты директоры Владимир Волошин. "Яңы эксперименталь хоҡуҡи режим ярҙамында гипотезаны уникаль һәм бының өсөн уңайлы шарттар булған территорияла тикшерергә иҫәп тотабыҙ. Башҡортостан инфраструктураға ла, кадрҙарға ла, фәнни эшләнмәләргә лә, производство предприятиеларына ла эйә. Коллегаларының тәжрибәһе төбәктә экспериментты киңәйтергә һәм уны киләсәктә тулы ҡеүәтенә ҡулланырға ярҙам итер, тип ышанам”, – ти “Һанлы иҡтисад” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошманың генераль директоры Сергей Плуготаренко. Пилотһыҙ авиация системалары эшләһен өсөн пилотһыҙ һауа судноларының борт ҡорамалдарында һәм дистанцион пилотаж пункттарында ҡулланылған һанлы ҡарарҙарҙың киң даирәһе талап ителә. Туранан-тура осоу заданиеһын тышҡы пилот график интерфейс аша формалаштыра, унда маршруттың төп нөктәләре, шулай уҡ осоу параметрҙары билдәләнә. Формалаштырылған план пилотһыҙ һауа судноһының автопилотына тейәлә һәм һауа хәрәкәтен хеҙмәтләндереү органдарына ебәрелә. Йөк ташыу өсөн пилотһыҙ дрондарҙы ҡулланыу алыҫ һәм барып етеүе ауыр булған биләмәләрҙе хеҙмәтләндерергә мөмкинлек бирәсәк, шулай уҡ улар менән оператив бәйләнеште тәьмин итәсәк. Хәҙер бындай биләмәләргә йөк ташыу миҙгелле рәүештә йәки ҡулланыу оперативлығын тәьмин итмәгән һәм йөк ташыу өсөн иҡтисади яҡтан нигеҙһеҙ булған пилотлы һауа суднолары менән башҡарыла. Пилотһыҙ аппараттар менән аэрофото төшөрөүгә килгәндә, бөгөн был - талап ителгән сервистарҙың береһе. Алынған мәғлүмәттәрҙең оперативлығы һәм юғары аныҡлығы менән бәйле өҫтөнлөктәр үткәргес торбаларҙы, электр тапшырыу линияларын һәм башҡа инфраструктура объекттарын тикшереү кеүек эштәрҙе башҡарыу. Пилотһыҙ дрондарҙы ауыл һәм урман хужалығында ҡулланыу, мәҫәлән, авиахимик эштәрҙә талап ителә, шулай уҡ “дөрөҫ игенселек” принциптарын тормошҡа ашырырға, был эш төрөн кеше өсөн хәүефһеҙерәк итергә һәм ҡулланыу географияһын киңәйтергә мөмкинлек бирә. Яңы хеҙмәттәр Башҡортостанда эксперименталь хоҡуҡи режим урынлаштырылғандан һәм пилотһыҙ авиация системаларҙы файҙаланыуға һәм авиация хеҙмәте белгестәрен һәм пилотһыҙ авиация системаларын тәжрибә районында эшмәкәрлеккә индереү буйынса процедуралар үтәлгәндән һуң ҡулланыла башлаясаҡ. Эксперимент өс йыл дауам итә. Бөтә мәсьәләләрҙе комплекслы хәл итеү өсөн “Флай Дрон” интеллектуаль платформаһын булдырыу буйынса проект тормошҡа ашырыласаҡ. Уға эксперименталь хоҡуҡи режимына бөтә субъекттары һәм улар башҡарған операциялар тураһында мәғлүмәттәрҙе теркәү, һаҡлау һәм эшкәртеү өсөн система модулдәре инә. "Флай Дрон" сервистарҙы планлаштырыуҙан алып заказсы һөҙөмтәләрҙе ҡабул итеүгә тиклем бөтә юлда пилотһыҙ аппараттарҙы файҙаланыу процесында ҡатнашыусыларҙы берләштерергә, шулай уҡ бизнес-процесстың бөтә этаптарында уларҙың үтәлешен автоматлаштырылған контролдә тотоуҙы тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостанда пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу буйынса эксперименталь хоҡуҡи режим программаһы проекты Иҡтисади үҫеш министрлығының әүҙем булышлығында Башҡортостан Республикаһының стратегик эштәр үҙәге тарафынан әҙерләнгән. Проектты тормошҡа ашырыуҙа ете компания ҡатнашасаҡ. Эксперименталь хоҡуҡи режим сиктәрендә шулай уҡ яңы ҡатнашыусылар ҡушылыуы мөмкин. Программа авторы булып сығыш яһаған Республиканың стратегик эштәр үҙәге Башҡортостанда эксперименталь хоҡуҡи режим операторы буласаҡ. Проектта Мәскәүҙең “Ховер” акционерҙар йәмғиәте, “Агримакс Аэро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “М.Л. Мил һәм Н. И. Камов вертолеттар эшләү милли үҙәге” акционерҙар йәмғәите һәм “Флай Дрон” йәмғиәте ҡатнашасаҡ. Пилотһыҙ осоу аппараттары хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу, аттестациялау һәм рөхсәт итеүҙе маршал А.А. Новиков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт граждан авиацияһы университеты үткәрәсәк. Пилотһыҙ авиасистемаларҙың файҙаланыуға яраҡлылығын “СибНИА-ТЕСТ” Авиация сертификация үҙәге” акционерҙар йәмғиәте баһалаясаҡ. Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров һүҙҙәренсә, элек илдә 30 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы пилотһыҙ аппараттар ҡулланыу сикләнгән ине. “Был - бөтөнләй яңы йүнәлеш, уны уңышлы үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Республикабыҙҙа пилотһыҙ авиация системалары буйынса эксперименталь программа эшләй башлай. Пилотһыҙ аппараттар ҡулланып транспорт сервисының яңы төрөн булдырыу планлаштырыла, был алыҫ һәм барып етеүе ауыр булған урындарҙы хеҙмәтләндерергә мөмкинлек бирәсәк. Хәҙер бындай биләмәләргә йөк ташыу миҙгелле йәки һауа суднолары менән башҡарыла, был ярайһы уҡ ҡиммәт”, — тине ул. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru
"Был бөтөнләй яңы йүнәлеш, уны уңышлы үҫтерергә ниәтләйбеҙ"
6 апреля 20236 апр 2023
4 мин