2 апрелдә Стәрлебаш районында булған ҡот осҡос фажиғә күптәрҙе шаңҡыты. Бер ир 12 йәшлек малайға балта менән һөжүм иткән. Сапҡыланған малайҙы санавиация ярҙамында Өфө дауаханаһына алып килгәндәр. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, бала 40 процент ҡанын юғалтҡан. Хәҙер уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә. Балаға һөжүм иткән ир ҡулға алынған, ул “баланы үлтерергә маташыу” статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә. Мәғлүм булыуынса, малай тәрбиәләнгән ғаилә имен булмағандар иҫәбендә тормаған, яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлана. Малай 49 йәшлек әсәһе һәм үгәй атаһы менән йәшәгән. Был ғаиләлә тағы ла 22 йәшлек апайы һәм уның 27 йәшлек ире булған. Шул кейәү булған кеше балаға һөжүм иткән. Йәш пар ике йыл никахта тора, уларҙың икеһе лә ауырыу булған тиҙәр. Ир йыш ҡына малайға ҡул күтәргән, уға даими рәүештә бәйләнгән, йәшәргә өйрәтеп маташҡан. Ғәйепләнеүсе үҫмерҙе үҙенсә “тәрбиәләгән”, ул хужалыҡта насар эшләй, тип әйткән. Әммә малай ҙа шымып ҡалмаған: уға һәр ваҡыт яуап биргән, яңы туғанын тыңламаған. Баланың ата-әсәһе йыш ҡына уны яҡлай, кейәүҙәренең дәғүәләрен хупламай. Был ирҙең, күрәһең, үпкәһе йыйылған. Һуңғы осраҡ бәхәстең ахырғы сиге була: малай мал тиҙәгенә бысранған көрәкте таҙартмай ҡуйған. Еҙнәһе уны йыуырға ҡушҡан, әммә малай тыңламаған. Ир көрәкте үҙе таҙартып ҡуйған, әммә үс итеп, малайҙың тубын тиҙәккә буяған. Малай быны күргәс, тауыш ҡуптарған. Үҫмер, иргә салбарын да шулай бысратасағын әйтеп, мунсаға киткән. Ир балта алып, мунсаға инеп, баланы сапҡылаған. Һуңынан үҙенә ҡул һалырға маташҡан, тик уға туғандары ҡамасаулаған. Ул енәйәт урынан ҡасҡан, әммә юлда аңын юғалта һәм уны дауаханаға алып китәләр. Тәртип һаҡлау органдары уны дауаханала ҡулға ала. Был ҡот осҡос хәл буйынса Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов малайға ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыуҙары тураһында социаль селтәрҙә яҙҙы. “Был көндәрҙә Стәрлебаш районы ғына түгел, бөтә Башҡортостан 2 апрель кисендә район үҙәгендә булған фажиғәлә зыян күргән Стәрлебаш ауылындағы 1-се урта мәктәптең 5-се шайморатов класы уҡыусыһы өсөн доға ҡыла. Балта менән малайға һөжүм иткән туғаны уны көслө яралаған, һөжүм башлыса уның аяҡ-ҡулдарына тура килгән... Әле малайға ауыр, әммә уның көслө йәш организмы барыһын да еңеп сығыр, тип ышанам. Ә беҙҙең уға һаулыҡ һәм сабырлыҡ теләгән теләктәребеҙ уның өлөшөнә төшкән был ҙур һынауҙы еңеп сығырға, уның һауығырына һәм аяҡҡа баҫырына дөйөм ышанысыбыҙ уға тағы ла күберәк көс өҫтәйәсәк һәм йәшәү өсөн көрәштә ярҙам итәсәк. Баланың хәле тотороҡло ауыр тип баһалана. Беҙ табиптар һәм малайҙың әсәһе менән бәйләнештә торабыҙ. Һәр ваҡыт кәрәкле ярҙам һәм хәстәрлек күрһәтергә әҙербеҙ. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” – тиелә унда. Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан һәм Тәфтиш комитетының БР буйынса идаралығынан.