Найти тему
Башҡортостан гәзите

Руслан Хәйруллин династияны дауам итә

Сибай ҡалаһының бизнес-шәрифе Ольга Шаранова белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ҡалала маҡсатлы эш алып барыла. Сибайҙан стоматология клиникаһы директоры Руслан Хәйруллин стоматолог-ортопедтар династияһын дауам итә. Клиника 2017 йылдан эшләй, әле предприятиены киңәйтеү кәрәклеге килеп тыуа. Шуға күрә эшҡыуар "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ндә ҡатнашып, клиниканы киңәйтеү проекты менән мөрәжәғәт итә. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» һөҙөмтәләре буйынса “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәтеү” буйынса муниципаль конкурс сиктәрендә, Руслан Хәйруллин сығымдарҙы - лизинг килешеүе буйынса лизинг түләүҙәрен ҡайтарыуға 500 мең һум күләмендә финанс ярҙамы ала. Эшҡыуар аҡсаны стоматология клиникаһын үҫтереүгә йүнәлткән: стоматология ҡулайламаһы, рентген аппараты, пар стерилизаторы, ультратауыш скалеры, хирургия аппараты һатып алған. Руслан эш көнөн ике өлөшкә бүлгән. Тәүге яртыһында ул ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүгә арнаһа, төштән һуң пациенттарҙы стоматолог-ортопед булараҡ ҡабул итә. 2023 йылдың апреленә проект сиктәрендә 12 эш урыны булдырылған һәм тағы ла 10 урын булдырыу күҙаллана. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”. Фото: Ольга Шаранова.