Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мебель етештереү компанияһы ҡорамалдар һатып аласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) төбәк лизинг компанияһы аҡса бүлде, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. Яңы ҡорамалдар компанияға етештереүсәнлекте ике тапҡырға арттырырға, ике яңы эш урыны булдырырға, артабан килемде 20 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Лизинг килешеүе йылына 8 процент ставкаһы буйынса 84 айға төҙөлгән. Билдәләнеүенсә, лизинг шарттары баҙар буйынса уртаса күрһәткестән түбәнерәк. Төбәк программалары буйынса төбәк эшҡыуарҙары яңы ҡорамалдар, йөк транспорты, автобустар, махсус техника, бәләкәй суднолар һәм туристик өлкә өсөн транспорт саралары һатып ала ала. Йыл башынан 12 эшҡыуар ошондай ярҙам менән файҙаланған. Башҡортостанда теркәлгән микро- һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ компаниялары ярҙам ала ала. Тулыраҡ мәғлүмәтте rlcrb.ru сайтында уҡырға мөмкин , ә консультация алырға һәм ғаризаны телефон аша бирергә: +7 (34-72) 22-46-16, +7 (347) 222-46-17.