Бер бала беренсе тапҡыр "икеле" алған. Дәрестәр бөткәс, илай яҙып ҡайтып бара икән. Әмәлгә ҡалғандай, оло класс егеттәре ҡыуып еткән.- Бәй, ҡустым, ни булды? Күҙеңдә йәш... Аңлатҡан был эште.- Беҙгә лә ҡуя "икеле" ул абый, әйҙә үс алайыҡ! Бүтән ҡуймаҫлыҡ эшләйек, ивет? – Был оло малайҙар бер-береһенә күҙ ҡыҫышып, ҡустыларын этлеккә этәрә. Магазинға кереп бер пачка сүпрә алалар (элек шаҡмаҡ сүпрә һатыла ине) һәм малайға тотторалар. "Эңер төшкәс, шым ғына арт яҡлап бар ҙа бәҙрәф соҡорона ошоно ташла. Һаҫыҡ еҫ сығасаҡ унан, аҙна буйына әбрәкәйенә керә алмайынса яфаланһын абый!" Былар шулай уйлай ҙа ул...Был малай ҡайта, кис төшөүен көтә. Өйөндә тағы бер ҡап сүпрә табып ала - минән дә өлөш булһын тип, икәүҙе һалырға була. Кис етә. Үҙҙәренә яҡын ғына торған уҡытыусы йортона бәрәңге баҡсалары буйлап үтеп, “бомбаларҙы” кәрәкле урынға төшөрә бәләкәй “диверсант”. Ярай, төн үтә, төш етә. Мәктәптән ҡайтһа, бөтә урамда тын алырлыҡ түгел. Уҡытыусы абыйҙың урамынан ниндәйҙер шыйыҡса аға, насос менә