Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙары «Эшлекле абруй» федераль премияһына дәғүә итә ала. Конкурс «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү» (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проектына ярашлы үткәрелә, ул үҙ эшендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән сағыу, уңышлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы асыҡлай һәм дәртләндерә. Быйыл Башҡортостан Республикаһы, Урал федераль округы төбәктәре һәм Пермь крайы Федераль бизнес-премияны үткәреү биләмәһе итеп һайланған. Премияның эксперт баһалама составына Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Хөкүмәт Пр
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары “Эшлекле абруй” премияһына дәғүә итә ала
6 апреля 20236 апр 2023
3 мин