Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының исем туйы үтте. Был проект – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының һәм Аҡмулла университетының берҙәм башланғысы. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Дидактик материалдың авторҙары – Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова, Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы Ғәлина һәм Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы Дәүләтҡолова. Был материалдар төрлө милләт, шул иҫәптән туған телен насар белгән йәки бөтөнләй белмәгән башҡорт балалары йөрөгән балалар баҡсаларында эшләгән тәрбиәселәр өсөн йүнәлтелгән. Әлеге башланғысҡа ярашлы төрлө халыҡтарҙың 15 төрлө әкиәте ингән сағыу китап әҙерләнгән, кубиктар, пазлдар эшләнгән. Уларҙы һынау өсөн Өфө ҡалаһының 202-се полилингваль балалар баҡсаһында, 277-се балалар баҡсаһында һәм Салауат ҡалаһындағы 50-се башҡорт балалар баҡсаһында асыҡ дәрестәр үткән. Проекттың исем туйы
“Әкиәттә ҡунаҡта” башҡорт телен өйрәнергә булышлыҡ итә
5 апреля 20235 апр 2023
2 мин