Бик бай кеше улын үҙе менән илдәр буйлап сәйәхәткә алып сыҡҡан. Маҡсаты – малайға бәғзеләрҙең нисек йәшәгәнен күрһәтеү. Аҡсаһыҙлыҡтан интегеүҙең ни икәнен күрһен әле! Улар бер аҙ ваҡытын ярлы ғаилә көн иткән ауыл йәйләүендә үткәргән. Ҡайтырға сыҡҡас, ир улының тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынған.– Бик ныҡ оҡшаны, атай, – тигән малай.– Ҡайһы бер кешеләрҙең ни тиклем ярлы икәненә төшөндөңмө?– Эйе!– Ниндәй айырмалыҡ күрҙең? – тип ныҡышҡан ир. – Беҙҙең бер эт бар, ә йәйләүҙәгеләрҙеке – дүртәү, – тип сағыштырып һөйләй башлаған улы. – Беҙҙең бассейн баҡсаның яртыһын ғына биләй, ә уларҙың йылғаһының иге-сиге юҡ. Йортобоҙ алдына ҡуйылған бер нисә фонарь төнөн үҙебеҙҙең эргәне генә яҡтыртһа, ауылдағыларҙың баш осонда һанап бөткөһөҙ йондоҙ нур сәсә. Йәшәгән биләмәбеҙ тимер ҡапҡалар менән уратып алынған, ә уларҙа – күҙ күреме етмәҫ яландар, баҫыуҙар, урмандар. Беҙ аҙыҡты һатып алабыҙ, ауылдыҡылар иһә үҙҙәре үҫтерә... Малай тын ҡалып уйланып торған да, атаһын шаҡ ҡатырып, ошолай тип өҫтәп ҡуйған: – Эйе, беҙ шул хәтлем ярлы шул, атай... Ошондай һабаҡтарҙы иҫтә тотоп, балаларыбыҙҙы күркәм өлгөлә, ысын матурлыҡты күрергә, һөнәргә, хеҙмәткә өйрәтеп, белемле, әҙәпле, иманлы итеп үҫтерергә насип булһын. Ата-әсәнең, өлкәндәрҙең Рамаҙан айы ҡағиҙәләрен үтәүе - йәш быуын өсөн айырыуса яҡшы өлгө. 6 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Фото: islam.ru