Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡырғыҙҙар рус телен етди өйрәнергә теләй

Рәсәй менән дуҫтарса мөнәсәбәттәге илдәрҙә рус теленең әһәмиәте бөгөн стратегик әһәмиәткә эйә. БДБ дәүләттәрен ҙур дөйөм тарих бәйләй, һәм нәҡ шуға күрә лә рус теле был илдәрҙә милләт-ара аралашыуҙың төп алымы булып ҡала. Рус теле фән, мәҙәниәт, хеҙмәттәшлек теле һәм халыҡтар араһында универсаль аралашыу сараһы булып тора. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығынан рус телен үҫтереү буйынса сараларҙы уҙғарыуға грант алды. Конкурсҡа бөтәһе 62 ғариза бирелгән, 26 юғары уҡыу йорто грант алған. Шулар араһында Башҡортостандан Аҡмулла университеты ла бар. - Беҙҙең университет ике йыл дауамында Ҡырғыҙ Республикаһында рус телен өйрәнеү өлкәһендәге проект эшмәкәрлеген оҙатыусы терәк уҡыу йорто булып тора, - тип билдәләне М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов. - Университет Рәсәй Мәғариф министрлығынан аласаҡ аҡса белем биреү һәм рус телен уҡытыу үҙәктәрен төҙөүгә йүнәлтеләсәк. Һуңғы ике йылда университет белгестәре ҙур аналитик һәм мониторинг эше башҡарған. Рәсәй һәм Ҡырғыҙстандың белем биреү стандарттары сағыштырылған, инфраструктураға, демографик мәғлүмәттәргә анализ яһалған. Һөҙөмтәлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов һәм Ҡырғыҙстандың Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Мәғариф академияһы президенты Нәзирә Дюшеева мәғариф, фән, белем биреү программаларын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйҙы. М. Кәрим исемендәге Халыҡ-ара рус телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү үҙәге етәксеһе Гөлнара Кудинова грант аҡсаһына тормошҡа ашырыу күҙалланған «Ҡырғыҙстан Республикаһында рус телен асыҡ белем биреү һәм өйрәнеү үҙәктәре» проекты хаҡында һөйләне. - Университетта бер нисә йыл инде М. Кәрим исемендәге Халыҡ-ара рус телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү үҙәге эшләп килә, ул тел ғилеме өлкәһендә белем биреү һәм мәғрифәт таратыу эшмәкәрлеген алып бара. Аҡмулла университетының «Ҡырғыҙстан Республикаһында рус теле үҙәктәре» проекты республиканың Баткен һәм Ҡараҡол ҡалаларында ике Асыҡ белем биреү һәм рус теленә уҡытыу үҙәген булдырыуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ һәр үҙәктә көндөҙ ғилми-методик, мәҙәни-ағартыу саралары ойоштороласаҡ. Университет уҡытыусылары Ҡырғыҙстанға барып, Рәсәй символикаһы төшөрөлгән рус теле бүлмәләрендә белем биреү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә ниәтләй. Билдәле ҡырғыҙ ғалимы, мәҙәниәт белгесе, "Ысыҡкүл форумы" йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Ҡанат Садиҡов рус телен рәсми телдән мөһимерәк тип иҫәпләй. Ул бөйөк яҙыусы Сыңғыҙ Айтматовтың ҡырғыҙ-рус ике теллелегенең сағыу өлгөһө булыуын, уның талантына ҡабатланмаҫ колорит биреүен иҫкә төшөрҙө. Фото: М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның матбуғат хеҙмәте.