Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 2022 йылда тәүге тапҡыр Башҡортостан дәүләт колледждары уҡытыусыларына, производствоға өйрәтеү мастерҙарына һәр береһе 690 мең һум күләмендә йыл һайын 10 грант булдырылды. 2023 йылда гранттар һаны 20-гә тиклем арттырылды. -Беҙ иң яҡшы уҡытыусыларға һәм мастерҙарға 690-шар мең һум аҡса бүлеп, грант ярҙамын тәьмин иттек. Һәләтле студенттар өсөн стипендиялар һанын һәм күләмен арттырҙыҡ. Хәҙер ул 5000 һум тәшкил итә, - тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. 2023 йылдың 1 сентябренән һәләтле, уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән Башҡортостан Башлығы стипендиаттары 5000 һум күләмендә стипендия ала башлай. 2022 йылда түләүҙең суммаһы 2300 һум тәшкил итте. Бынан тыш, 2022 йылдың майынан 150 уҡыусы Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһын ала, бынан алда Башҡортостан Республикаһы Башлығының стипендияһынан уҡыу һәм ғилми эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән 107 студент файҙаланды. Бынан тыш, р