Республиканың төҙөлөш комплексы өсөн үҫешкән инфраструктуралы яңы төҙөлөш майҙансыҡтары булдырыу мөһим бурыс булып ҡала. Был хаҡта Хөкүмәттең Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы йыллыҡ отчеты барышында Премьер-министр Андрей Назаров һөйләне. - Федераль үҫеш институттары менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү инфраструктура булдырыу өсөн “Стимул” программаһы, федераль адреслы инвестиция программаһы һәм “инфраструктура менюһы” сиктәрендә 47 миллиард һум самаһы аҡса йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе, - тип билдәләне Андрей Назаров. Башҡортостан “Стимул” программаһы сиктәрендә федераль аҡсаны йәлеп итеү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылыҡты биләй. - 2019 йылдан программа буйынса республика 12 миллиард һумдан ашыу аҡса алды, 17 социаль, инженер һәм транспорт инфраструктураһы объекты төҙөлдө (2022 йылда 5,5 миллиард һумға 7 объект төҙөлдө). 2024 йылдың аҙағына тиклем ошо аҡсаға тағы ла 17 инфраструктура объектын төҙөү планлаштырыла, - тип һөйләне БР төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫа
Башҡортостанға 47 миллиард һум самаһы аҡса йәлеп ителде
5 апреля 20235 апр 2023
1 мин