Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Инвесторҙарҙы карта ҡулланырға өйрәтәләр

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, инвестициялар порталының “Инвестиция картаһы” тип аталған бүлегендә урынлаштырылған ҡулланма Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән ер биләмәһен һайлауҙа бөтә аҙымдарҙы күрһәтеп бирә. “Ошо видеоҡулланма – инвестор булырға теләгәндәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙағы тағы бер аҙым”, – ти Корпорацияның генераль директоры Наил Ғәббәсов. – “Ҡулланыусыларҙың буш ер биләмәләрен эҙләгәндә ваҡытын сарыф итмәҫ өсөн, беҙ унда бөтәһен дә иҫәпкә алдыҡ”. Тулыраҡ мәғлүмәтте инвестиция карточкаһының инвестмайҙан паспортында алырға мөмкин. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.