Өс йыл эсендә республикала 72 мәҙәни объект төҙөлгән һәм яңыртылған, уларҙың 40 проценты – 27 объект – былтыр сафҡа индерелгән, шулай уҡ 17 сәнғәт мәктәбе йыһазландырылған. Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте етәксеһе Андрей Назаров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа һөйләне. “Мәҙәни өлкәнең дөйөм бюджеты былтыр 13 миллиард һум тиерлек тәшкил итте, шул уҡ ваҡытта федераль ярҙам өс тапҡыр самаһына артып, 1,5 миллиард һумға етте”, – тине Андрей Назаров. Башҡортостан тәүгеләрҙән булып бәләкәй ауылдарҙа эшләгән мәҙәниәт белгестәренә ярҙам күрһәтә башланы. – Икенсе йыл "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы тормошҡа ашырыла. Уҙған йылда 30 белгес торлаҡ йәки ер участкалары һатып алыуға 500 мең һум субсидия алды. Быйыл тағы ла 30 хеҙмәткәргә бер миллион һум биреләсәк, – тине Премьер-министр. Былтыр гастролдәргә йөрөү өсөн 94 берәмек техника – автомобилдәр, ҙур автобустар һатып алынған. Быйыл капиталь ремонттан һәм реконструкциянан һуң тағы ла 18 учреждение асыл