Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Zoomlion ҡытай компанияһының сит илдәге подразделениеһының генераль директоры Синхуа Чжан менән осрашты. Транснационал сәнәғәт холдингы – донъяла ауыл хужалығы, төҙөлөш, автомобиль юлы техникаһы етештерә. Рәсәйҙә ауыр машина йыйыу тураһында һөйләшеү булды. Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзинпиндың осрашыуы беҙҙең илдәрҙең хеҙмәттәшлегенең яңы кимәленә күтәрелеүе тураһында һөйләй, – тине Синхуа Чжан. – Беҙҙең Башҡортостанда ла эшләргә лтеләгебеҙ бар. Беҙ предприятиены мөмкин хәтлем тиҙерәк төҙөй башларға уйлайбыҙ. Заводты нигеҙенән алып төҙөү өсөн беҙгә урындағы партнер кәрәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, белорус машина төҙөлөшө менән Zoomlion эшенең тәжрибәһен өйрәнгән. Улар яңы производствоны барлыҡҡа килтереүгә һәм хеҙмәттәшлеккә әҙер. Беҙҙең уртаҡ эш өсөн ҙур потенциал бар. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.