Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Етди һөйләшеү булды

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестчас” форматында инвестицион комитеттың ултырышын үткәрҙе. Һөйләшеүгә сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм туризм мәсьәләләре сығарылды. “Олеокемикс” йәмғиәте Асҡын районында рапс һәм иген культураларын эшкәртеү йәһәтенән проектын тәҡдим итте, башта ошо турала фекер алыштылар. Ошо йәмғиәттең генераль директоры Руслан Саматов киләсәктә элеватор төҙөү кәрәклеген дә әйтте. Шулай уҡ “Ике Тау Групп” компанияһының генераль директоры Егор Янков Әбйәлил районында йыл әйләнәһенә эшләгән федераль кимәлдәге курорт төҙөргә уйлауын хәбәр итте. Республика етәксеһе Радий Хәбиров тос фекерҙәрен, эшлекле тәҡдимдәрен еткерҙе. Төбәктә ҙур тау саңғыһы үҙәге төҙөү тураһында идеябыҙ булғайны, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Әгәр ҙә ошо тәҡдим ителгән инициативаның һөҙөмтәлелеген иҫбат итһәгеҙ, беҙ уға булышлыҡ итергә әҙер. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.