Һуңғы өс йыл эсендә Башҡортостанда телемедицина технологияларын үҫтереү буйынса һиҙелерлек үҫеш һиҙелә. 2019 йылда 12,6 меңдән ашыу телемедицина консультацияһы үткәрелһә, 2020 йылдан был һан ете тапҡырға артты. Былтыр табиптар тарафынан 92 980 телемедицина консультацияһы үткәрелде. Айырыуса уларҙың һаны онкология профиле буйынса артты. 2017 йылда Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһы булдырылды. Уға тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеүсе өс кимәлдәге бөтә дәүләт медицина ойошмалары ла инә ала. Был система ярҙамында медицина мәғлүмәттәре менән оператив рәүештә алмашырға, пациенттың электрон картаһындағы мәғлүмәттәр менән дә танышырға мөмкин. Консультацияға бөтә йүнәлештәр һәм тикшереү һөҙөмтәләре бары электрон рәүештә рәсмиләштерелә. Бынан тыш, республика медицина ойошмаларының бөтә территориаль структура подразделениелары менән әүҙем эш алып барыла. Был фельдшер-акушерлыҡ пункттарын дистанцион ярҙам менән тәьмин итергә мөмкинлек