Булгаковолағы яңы мәктәп Өфө районының иң ҙур белем усаҡтарының береһе. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өс ҡатлы бинаның майҙаны 13 мең квадрат метрҙан ашыу. Ул ҡатмарлы конфигурациялы бер нисә блоктан тора. Уҡыу кластарынан тыш, бинала ике спорт залы, шулай уҡ тамаша, гимнастика залы, ашхана, китапхана, аҙ мобилле уҡыусылар өсөн лифттар бар. Тейешле компьютер, технология һәм спорт ҡоролмалары ла һатып алынған. Мәктәп эргәһендә заманса физкультура-спорт зонаһы булдырылған. Унда ҙур булмаған футбол, волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары, спорт тренажерҙары, шулай уҡ өҫтәл теннисы, оҙонлоҡҡа һәм бейеклеккә һикереү майҙансыҡтары бар. - Өфө районы әүҙем үҫешә. Өфөнән бик күп ғаиләләр ҡаланан ситтә йәшәүгә өҫтөнлөк бирә. Һуңғы өс йыл эсендә районда дүрт яңы мәктәп төҙөнөк, уларҙың икәүһе балалар баҡсалары менән берләштерелгән, - тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Булгаковолағы мәктәп “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") “Торлаҡ төҙөлөшө үҫешен стимуллаштырыу” программаһы буйынса барлыҡҡа килгән. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Фото: bash.news