Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ейәнсурала “Бураҡаева уҡыуҙары” бара

Бөгөн Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда “Бураҡаева уҡыуҙары” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы башланды. Сара педагогия хеҙмәте ветераны, “Тормош һабаҡтары” программаһы һәм дәреслектәр авторы, “Йәйләү” профилле сменаһы, “Башҡортостан ынйылары”, “Урал батыр мәктәбе” проекттарының авторы, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаеваға 80 йәш тулыуға арнала. Ейәнсуралағы коллегаларыбыҙ ошо турала яҙма менән уртаҡлашты. Конференцияның секцияларында һәм пленар ултырышта Яңауыл, Туймазы, Ейәнсура, Мәләүез, Көйөргәҙе, Ғафури, Баймаҡ, Күгәрсен, Ҡыйғы, Учалы, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районынан килгән уҡытыусылар Мәрйәм Бураҡаеваның хеҙмәттәре, әҫәрҙәре, этнопедагогика, уларҙың йәш быуынға әхлаҡи, патриотик, гражданлыҡ, экологик тәрбиә биреүҙәге өлөшө тураһында сығыш яһай, фекер алыша. Фәнни-ғәмәли конференцияны асыуҙа ҡатнашып, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов барыһына ла уңыштар теләне. – Бөгөнгө сараның маҡсаты – Мәрйәм Бураҡаеваның эшен дауам итеү, киләһе быуынға тапшырыу. Шуға күрә етди һөйләшеүҙәр ҙә, байрам кәйефе лә булыр. Ошондай маҡсаттар менән алға барабыҙ икән, телебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең, халҡыбыҙҙың киләсәге бар. Был бурыстарҙы хөрмәтле яҡташыбыҙ Мәрйәм Бураҡаева ғүмер буйы атҡарҙы: башҡорт гимназияһы, “Йәйләү”, “Тормош һабаҡтары” дәреслеге, төрлө осрашыуҙар булһынмы, ҡайһы саҡта етәкселеккә фекер еткереүҙәрме – барыһы ла уның ҡулы, күңеле аша үтте. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының яҡташыбыҙ булыуы менән ғорурланам, уның бөгөн дә халҡым, туған телем, тыуған ерем тип йәшәгәне һәм эшләгәне өсөн һөйөнәм, – тине район етәксеһе. Мәрйәм Бураҡаева: – Бураҡаева уҡыуҙары тип аталһа ла, ул, нигеҙҙә, фәнни-ғәмәли йүнәлештә барған этнопедагогик уҡыуҙар булырға тейеш, сөнки мин ғүмер буйы шул йүнәлештә эшләнем. Яҙған программа, дәреслектәремдең бөтәһе лә шул юҫыҡта. “Тормош һабаҡтары” дәресе 20 йылдан ашыу барҙы, уны ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа, ғөмүмән, барыһы ла йылы ҡабул итте. Хәҙер уҡытылмай, ләкин рәхмәт бына ҡайһы бер уҡытыусыларға: улар был китаптарҙы әле лә файҙалана. Уны программаға кире индереү тураһында фекерҙәр күп. Тик ниндәй рәүештә, нисек – әлегә әйтеп булмай, Ошо конференцияла был турала фекер алышыу булыр, тип уйлайым. Айгөл Ҡылысбаева фотолары.