Башҡортостан спортсыһы, донъя чемпионы Алһыу Миназева ишкәкле слалом буйынса “Точикистон слалом опен” халыҡ-ара ярыштарында алтын миҙал яуланы. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Ә ярыштар Тажикстандың Дүшәнбе ҡалаһынан йыраҡ булмаған Варзоб йылғаһында үткәрелә. Сарала Таиланд, Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Һиндостан һәм Рәсәй спортсылары ҡатнаша. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Алһыу – Илеш районы Илеш ауылы ҡыҙы. Ишкәкле слалом менән 2011 йылдың майынан шөғөлләнә башлаған. Республика байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү буйынса Олимпия резервы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе тренерҙары – Валентина Егорова, Николай Волков. Ул Башҡортостан һәм Мәскәү өсөн сығыш яһай. Фото: БР Спорт министрлығы.