Найти тему
Башҡортостан гәзите

Заманса корпуста өлкән йәштәгеләр йәшәйәсәк

Благовещен районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалала психоневрология интернатының яңы ике ҡатлы корпусын төҙөү тамамланып килә. Объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына (национальный проект “Демография”) ярашлы һалына. Учреждениеның яңы корпусында өлкән йәштәгеләр йәшәйәсәк. Заманса талаптарға яуап биргән, уңайлы бина алтмыш урынға иҫәпләнгән, ул Благовещен психоневрология интернаты ҡарамағындағы геронтология бүлеген тәшкил итә. Интернаттың иҫке корпусын яңыһы менән тоташтырған йылы үткәүелдә биҙәү эштәре ахырына яҡынлаша. Проект федераль субсидия һәм республика бюджеты аҡсаһы иҫәбенә финанслана. “Корпустың тышы ла, эсе лә заманса материалдарҙан эшләнгән, бында йәшәгәндәргә, шулай уҡ интернат хеҙмәткәрҙәренә, бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған”, – тине Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов. Билдәле булыуынса, "Демография" милли проекты илдәге социаль хәлдәрҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Фото: contenta.info Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)