Ҡайын бөрөһөн иртә яҙҙа - ағастарҙа һут күбәйгән мәлдә (март урталарында, ҡайһы бер яҡтарҙа - аҙағында) - йыйырға кәрәк. Был ваҡытта бөрөләр ыҫмалалы һәм хуш еҫле, тик әле асылып етмәгән - тимәк, иң ҡулай мәл. Иртәрәк өҙгәндә, файҙалы матдәләре әҙ буласаҡ, һуңға ла ҡалырға ярамай. Үҙ ваҡытында йыйылған бөрөлә эфир майҙары, С витамины, каротин, алколоидтар, май кислоталары бар, микроэлементтар күп. Файҙалы үҙенсәлектәренән елһенеүгә ҡаршы тороусанлығын һәм бактерияларға ҡаршы көрәшеүҙә, шулай уҡ яраларҙы уңалтыуҙа һөҙөмтәлелеген атап китергә кәрәк. Ҡайын бөрөһөнән яһалған төнәтмәне сыйылған, ярылған, ҡырҡылған тирегә ябып дауалауҙы электән белгәндәр. Бынан тыш, бөрөләр ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген яйға һалыуға булышлыҡ ҡыла, бауыр, бәүел ҡыуығы сирҙәрендә, ревматизм, подагра булғанда һөҙөмтәле ярҙам итә. Составында флавоноидтар, эфир майҙары булғанлыҡтан, уны бәүел һәм үт ҡыуҙырыу сараһы итеп тә файҙаланырға мөмкин. Ҡайын бөрөһө төнәтмәһен шәкәр диабеты менән сирләгәндәргә лә ҡулланырғ