Күңелдәргә шатлыҡ бирәИзге Рамаҙан,Оноттора бар ҡайғыныИ, изге аҙан.Нурҙан ғына тора кеүек –Донъялар яҡты,Уйлана белгән кешенеңИманы артты. (Гүзәл Ситдиҡова). Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, әл-хәмдү лил-ләһ, изге Рамаҙан айына аяҡ баҫтыҡ. Ошо уңайҙан һәммәгеҙҙе лә ихлас тәбрикләп, ураҙа мөбәрәк булһын, барыбыҙға ла Раббыбыҙҙың рәхмәтенә өлгәшергә яҙһын ине, тип теләйбеҙ. “Эй, иман килтергән һөйөклө бәндәләрем! – тиелгән изге Ҡөрьәндә. – Һеҙгә ураҙа ғибәҙәте фарыз ителде, тәҡүәлек ҡылығыҙ”. Ошо бойороҡҡа ярашлы, Рамаҙанда һәммәбеҙ ҙә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшергә ынтылырға тейешбеҙ. Изге айыбыҙ емеш-еләккә бай йәй кеүек: ҡушылған ғәмәлдәрҙе үтәгән әҙәм балаһы мул сауап ала. Раббыбыҙ ҡылған изгелектәргә рәхмәтте арттырып бирә. Рамаҙан – тәрбиә мәктәбе. Унда фарыз ителгән ғәмәлдәр дөрөҫ йәшәү юлын күрһәтә. Әйтәйек, “Кем дә кем ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ғөмүмән, Исламда һәр нәмәне уйл