22 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы президенты, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Za самбо” проекты координаторы Сергей Елисеев менән осрашты. Көн тәртибендә - төбәктә спорт көрәшен үҫтереү, Өфөлә самбо буйынса халыҡ-ара фестиваль үткәреү һәм республикала был спортсмендар өсөн форма етештереүҙе башлау. Башҡортостан “Zа самбо” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Уға республиканың 19 мәктәбе ҡушылды, ә 2023 йылдың аҙағына тағы ла 10 мәктәп өҫтәләсәк. Бынан тыш, яңы уҡыу йылынан Башҡортостан физик культура институты базаһында ошо спорт дисциплинаһы буйынса тренерҙар әҙерләй башлайҙар. – Бөгөн беҙҙә Рәсәй төбәктәренән Башҡортостан тәжрибәһен таратыуға һорауҙар бар, - тип хәбәр итте Сергей Елисеев. - Һеҙ ҙур көрәш мәктәбен үткәнһегеҙ, уны аңлайһығыҙ. Республика тәжрибәһен нигеҙ итеп алабыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 мартта Мәскәүҙә “Еңеү фәне” Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә “Берҙәм Рәсәй”ҙе
Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев менән осрашыу
22 марта 202322 мар 2023
1
1 мин